Башқұрт өлендері

Башҡорт теле

 

Мин халҡымдың сәскә күңеленән

Бал ҡортондай ынйы йыямын,

Йыямын да — йәнле ынйыларҙан

Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын.

 

Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен:

Бер телдән дә телем кәм түгел-

Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла,

Кәм күрер уны тик кәм күңел.

 

Халҡым теле миңә-хаҡлыҡ теле,

Унан башҡа минең илем юҡ;

Илен hөймәҫ кенә телен hөймәҫ,

Иле юҡтың ғына теле юҡ!

 

 

Әсәм теле миңә — сәсән теле,

Унан башҡа минең халҡым юҡ,

Йөрәгендә халҡы булмағандың

Кеше булырға ла хаҡы юҡ!

 

Рами Гарипов


Көҙ еткәс

 

Ағастарҙың ҡоро япраҡтары

Унда-һанда ғына ҡалдылар.

Ҡоштар осоп киткәс, яландары

Йоҡлағандай шымға талдылар.

 

Бына оҙаҡламай йомшаҡ ҡарҙар,

Күбәләктәй яуып, ер ҡаплар;

Яландарҙа ҡалмаҫ бер йән заты,

Ҡураларға ҡайтыр бар аттар.

 

Һыу өҫтәре ҡатыр күк боҙ булып,

Тыныр шишмәкәйҙәр, туңырҙар,

Йәйелеп ятҡан күк боҙ өҫтәрендә

Ирмәк итеп балалар шыуырҙар.

 

Даут Юлтый